Башҡортостанда урман янғындарын һүндереү буйынса зональ уҡыуҙар башланды

Тәүге күнекмә Шишмә районында ойошторолдо. Уның сиктәрендә йәшел ҡалҡандағы «шартлы» ут асыҡланып, юҡ ителде. Янғын хәүефе миҙгеленә әҙерлек барышы менән БЮТ каналы хәбәрсеһеГөлназ Хәйбуллина таныштыра.

Урманды өс урындан ялмап алған утты туҡтатырға кәрәк. Трактор үтеп, һыҙат яһала. Шул уҡ ваҡытта ҡотҡарыусылар бәләкәй урман патруле комплексы ярҙамында янғынға ҡаршы көрәшкә сыға. Һәр йылдағыса зональ күнекмә барышында «йәшел ҡалҡан» һаҡсыларының физик әҙерлеге, техниканың төҙөклөгө, йыһаздарҙың теүәллеге ҡарала.

Яңғын хәүефе миҙгеле башланыу менән урман хужалығы хеҙмәткәрҙәре иңенә яуаплы бурыс төшә – ут сығыуға юл ҡуймау. Таралған осраҡта ла, уны ауылдарға яҡын ебәрмәҫкә кәрәк. Ҡотҡарыусылар, ирекмәндәр үҙ ғүмерҙәрен аямай, тәбиғәт һағына баҫа.

Бәләкәй генә осҡон да оло бәләгә килтереүе ихтимал. Былтыр республикала 471 урман янғыны теркәлгәйне. Уттан ун алты меңдән ашыу гектар майҙан зыян күрҙе. Йәшел ҡалғанды янғын 15 апрелдә үк ялмап ала. Шуға күрә әле яҙҙың икенсе айынан уҡ барлы техник көстәр юғары әҙерлек режимына күсерелә

Ландшафт янғыны менән көрәштә уңыш нигеҙе - уны тәүге тәүлектә үк һүндереү. Шуға күрә ут сығыу урындарын асыҡлау эше тиҙерәк һәм һөҙөмтәле алып барылырға тейеш. Ошо маҡсатта пилотһыҙ осоусы аппараттарҙы күпләп ҡулланыу ҡаралған. Шулай уҡ төбәктең урман хужалығы министрлығы матди-техник базаны нығытыу буйынса ла килешеү төҙөгән.

Урман янғындарын иҫкәртеү саралары республиканың һәр район-ҡалаһында үтә. Халыҡҡа хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре аңлатыла. Шул уҡ ваҡытта йәшеләндереү эштәрен башҡарырға ла ваҡыт. Быйыл Башҡортостанда яҡынса ун биш мең гектар майҙанға ағас ултыртыу планлаштырылған.

Гөлназ Хәйбуллина