Бәләкәй Арыҫланғол ауылы ҡатын-ҡыҙҙары семберҙәрҙе кейеҙ баҫыу оҫталығына өйрәтте. Кейеҙҙән төрлө кейем өлгөләрен күрһәтте. Ырымбур өлкәһендә йәшәүселәр онотола барған халыҡ кәсебен ҡыҙыҡһынып ҡараны.
Бәләкәй Арыҫланғолдар, һәүәҫкәр артистарҙың сағыу концерт программаһынан тыш, яҡташтарына районда иғлан ителгән хәйриә акцияһы буйынса тупланған китаптар бүләк итте. Семберҙәр үҙ сиратында ут күршеләрен ҡул эштәре күргәҙмәһе менән ҡаршы алды.
Гүзәл заттар өсөн бәйләм бәйләү ваҡыт уҙғарыу ғына түгел, өҫтәмә килем сығанағы ла. Әйтергә кәрәк, был ауылда йәшәүселәрҙең күбеһе сығышы менән Хәйбулла районынан.
Рәмилә Исмәғилева