Луганск балалары Башҡортостанда ял итә

Петровский ҡалаһындағы 22-се мәктәптә  белем алған 30 уҡыусы "Йәшел сауҡалыҡ" шифаханаһына урынлаштырылған. Мәктәп Рәсәй Геройы Миңлеғәли  Шайморатов  исемен  йөрөтә. Ҡыҙҙар һәм малайҙар Өфө һәм республиканың иҫтәлекле урындары менән таныша. Яңыраҡ балалар “Аҡбуҙат” журналы хеҙмәткәрҙәре менән осрашты. “Беҙ уларға тыныслыҡ символы булған Аҡбуҙат һынын бүләк иттек”, - ти баҫманың баш мөхәррире Лариса Абдуллина.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

“Беҙҙе һәр урында ихлас ҡаршылайҙар. Башҡортостанға ҙур рәхмәт”, - ти Луганск балалары.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Бөгөн Луганск балалары Нуриман районына сәфәр ҡыла.