Кушнаренко-Саҡмағош-Баҡалы юлының өсөнсө километрында «Газель» автомобиле «Датсун» менән бәрелешкән.
Ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса, һәләкәткә аҙыҡ-түлек тейәгән транспорт водителе ғәйепле тип фаразлана. Ул ҡаршы һыҙатҡа килеп сыҡҡан. Дәүләт номеры Татарстандан булған еңел автомобиль хужаһының фажиғә урынында ғүмере өҙөлә. Газель водителе һәм уның пассажиры ауыр хәлдә дауаханға оҙатыла. Һуңғы транспорт сараһына тоҡанған ут махсус хеҙмәттәр ярҙамында һүндерелгән.