Баш ҡалала «Карьера көнө-2022» мәшғүллек буйынса беренсе күләмле форум үтте

Биш йөҙҙән ашыу студент һәм 28 предприятиены берләштергән йыйын Өфө сауҙа-иҡтисад колледжы ойошторған майҙанда үтте.

Форумда һөнәри белем биреү учреждениеларын тамамлаусыларҙы эшкә урынлаштырыу технологияһы, йәштәрҙең мәшғүллеген тәьмин итеү мәсьәләләре өйрәнелде.

Әңгәмәгә сауҙа селтәрҙәре, туризм сервисы һәм торлаҡ баҙары белгестәре саҡырылған. Улар студенттарҙы эшкә урынлашыу нескәлектәре, тәжрибә туплау мөмкинленктәренә өйрәтә. Ойоштороусылар әйтеүенсә, хәҙерге заманда йәштәргә диплом тоттороп сығарыу ғына етмәй. Уҡыу йортоноң абруйы ла уны тамамлаусыларҙың үҙ юлын табыуына бәйле.

Айнур Кәбиров