Хәҙер зыян күреүсе ҡотороу ауырыуынан вакцина алырға мәжбүр. Әммә фажиғәгә тарыусы эттәрҙең хужалары бар, тип иҫәпләй. Ул беҙҙең редакцияға мөрәжәғәт итте. Тулыраҡ киләһе яҙмала.
Өфө үҙәгендә эт һөжүме. Саф һауала ял итергә теләп Хуршет Нурматов Салауат Юлаев исемендәге баҡсаға юллана. Көтмәгәндә, ирҙең аяғына өс берәҙәк эт йәбешә. Көс-хәл менән ысҡынып, ул өйөрҙән ҡаса. Минең урында бала булһа, ҡотола алмаҫ ине, ти зыян күреүсе. Уның һүҙҙәренсә, «берәҙәк» эттәрҙең хужалары бар.
Тиҙ арала зыян күреүсе ваҡиға урынынан алыҫ булмаған дауаханаға юллана. Уға ҡотороуҙан һәм столбняктан прививка яһала. Хәҙер ауырыуҙарҙы иҫкәртеү маҡсатында зыян күреүсегә өс айлыҡ реабилитация курсы үтергә кәрәк. Был мотлаҡ шарт.
Иртәгәһенә зыян күреүсе хоҡуҡ һаҡлау һәм берәҙәк эттәрҙе аулау хеҙмәттәре менән бергә ваҡиға урынына юллана. Әлеге ваҡытта берәҙәктәр махсус приютҡа оҙатылған. Вакцина эшләп, стерилләнгән хайуандар күҙәтеү аҫтында буласаҡ. Күңелһеҙ хәлгә тарыусы эттәрҙең хужаһы тип һанаған граждандарҙы яуаплылыҡҡа тарттырмаҡсы.
Ҡыҙғанысҡа, берәҙәк эттәргә бәйле фажиғәләр көн дә осрап тора. Әгәр ҙә һеҙ баш ҡала урамдарында эт өйөрө күрһәгеҙ, был турала Өфө ҡала хакимиәте сайтына яҙырға мөмкин. Бының өсөн смартфондан порталға инеп, хайуанды фотоға төшөрөргә һәм адресты күрһәтеп, ғариза ебәрергә кәрәк. Мөрәжәғәт тикшерелгәс, урынға шунда уҡ махсус бригада ебәрелә.
Рәзилә Ғиниәтуллина