Быйыл йәй Башҡортостанға туристар ағымы артыуы көтөлә

Туймазы районы Төмәнәк ауылында ла ҡунаҡтарҙы ҡаршы алыуға әҙерлек юғары. Тарихи объекттарға реставрация яһалған, музей яңы экспонаттар менән байытылған. Шулай уҡ биләмәлә милли ризыҡ кухняһы асылған. Бабай утары тип исемләнгән этнографик комплекста БЮТ каналының ижади төркөмө лә булып ҡайтты.

1870 йылда Сыуашстанда төҙөлгән ел тирмәне туристарҙа айырыуса ҙур ҡыҙыҡһыныу уята. Ҡоролма эшлектән сыҡһа ла, бөгөн Туймазы районындағы этнографик комплекстың тарихи объекты булараҡ хеҙмәт итә. Экскурсия барышында тирмәндең эсенә инеп, бойҙай тарттырыу механизмы менән яҡындан танышырға мөмкин.

Үҙенә күрә асыҡ һауалағы музей комплексы. Бабай утарында 17-20-се быуаттарҙа йәшәгән халыҡтың көнкүреше менән танышырға була. Һәр йорт айырым осорҙо сағылдыра. Мейес, һауыт-һаба, эш ҡоралдары, кейемдәр - алтын бөртөкләп йыйылғандай, һәр экспонат та айырым иғтибарға лайыҡ.

Егерменсе быуат мәктәп уҡыусылары өсөн күпкә яҡыныраҡ булып сыҡты. Баҫыу машинкаһы - әлеге компьютерҙы хәтерләтһә, иҫәпләү ҡоролмаһы ла калькуляторҙан бер ҙә ҡалышмай.

Бабай утарында милли ризыҡтарҙан ауыҙ итергә лә мөмкин. Ашнаҡсылар боронғо рецептар менән уртаҡлашырға ла әҙер.

Әүҙем ял итергә яратыусылар Бабай утарына килеп, атта һыбай йөрөй ала. Үҙенә күрә Иппотерапия. Ҡышҡыһын санала ла шыуырға мөмкин.

Тәбиғәт ҡосағында атта һыбай йөрөргә, йә асыҡ һауалағы этнографик комплекс менән яҡындан танышырға. Туймазы районына юлланып, уҙған быуаттар атмосфераһына сумырға мөмкин. 

Гөлназ Хәйбуллина