Ул бынан 21 йыл элек һәләкәткә осраған «Курск» атом һыу аҫты ракета крейсерында һәләк була. Был фажиғәлә Башҡортостандан дүрт кешенең ғүмере өҙөлә. Ошо көндәрҙә Фәнис Ишморатовтың яҡты иҫтәлегенә Баймаҡ лицей- интернатында таҡтаташ асылды.
2000 йылдың 12 августында Баренц диңгеҙендә ,,Курск,,һыу аҫты кәмәһе экипажы фажиғәғә тарый,118 моряк араһында Баймаҡ районы Мерәҫ ауылы егете мичман Фәнис Ишморатов та була. Үлгәндән һуң “Батырлыҡ“ ордены менән бүләкләнгән яҡташыбыҙ иҫтәлегенә тыуған ауылы янында обелиск ҡуйылды, ә хәҙер иһә биш йыл белем алған Баймаҡ лицей -интернат таҡтаташ асылды.
Фәнис Ишморатов Баймаҡ лицей- интернатында1987‐1991 йылдарҙа белем ала. Уҡытыусылар, һабаҡташтары уны тик яҡшы яҡтан ғына хәтергә ала. Мичман тураһындағы иҫтәлектәр мәктәп музейында һаҡлана. Таҡтаташ асыу тантанаһында фәнис Ишморатовтың туғандары, кәләше Фәимә менән улы Данис ҡатнашты. Улы ла атаһының юлын дауам итеп, хәрби хеҙмәт юлын һайлай.
Һыу аҫты кәмәһендә хеҙмәт итеү ни тиклем генә ауыр һәм хәүефле булмаһын әле лә егеттәр араһында ул абруйлы һанала.Ҡасандыр диңгеҙсе булып хеҙмәт итеп ҡайтҡан ир‐егеттәр Фәнис Ишморатовтың стеллаһын тәрбиәле тота, уларҙың осрашыу урыны булып тора. Был хәрби бурысын үтәгәндә һәләк булған яҡтабыҙға сикһеҙ хөрмәт билгеһе.