Өфө автотранспорт колледжы студенттары кадеттар сафына алынды

25 егет уҡытыусылары, хәрби ҡунаҡтар һәм ата-әсәләре алдында тыуған илгә ант биреп, кадет сафына баҫты. Тантанала йәштәр хәрби әҙерлеген күрһәтте, патриотик йырҙар башҡарҙы. Уҡыу йортонда кадеттар төркөмө тәүге тапҡыр ойошторолдо.

Төҙөлөш һәм транспорт ремонтлау өлкәһендә белем алған студенттар өсөн киләһе йылда ла кадеттар төркөмө асылыр тип көтөлә. Быйыл автотранспорт колледжында уҡырға теләгән егеттәр һәм ҡыҙҙар өсөн 425 бюджет урын ҡаралған. Шулай уҡ бында һауа транспортына белгестәр әҙерләү ҙә күҙаллана.

Флорида Ким