Башҡортостан аҙыҡ-түлек менән тулыһынса тәьмин ителгән, складтарҙа запас етерлек күләмдә

Был турала бөгөн республика менән идара итеү үҙәгендә төбәктең социаль-иҡтисади үҫешен тәьмин итеү буйынса штаб ултырышында билдәләнде. Кәңәшмә Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров рәйеслегендә уҙҙы.

Башҡортостан Хөкүмәте премьер-министры-урынбаҫары - ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов шәкәргә бәйле ҙур ихтыяждың әкренләп кәмей барыуына иғтибар бүлде. Һуңғы ваҡытта ғына татлы ризыҡты етештереүселәр 9 мең тонна самаһы продукцияны сауҙаға сығарған.

Эшкәртеү сәнәғәтенә федераль бюджеттан субсидиялар ҙа бүленә. 62 миллион һум икмәк бешереүселәргә 71 миллион һум һөт ризыҡтары етештереүселәргә таратылған. Башҡортостандың Сауҙа һәм хеҙмәттәр министры Алексей Гусев билдәләүенсә, республикала сауҙа селтәрҙәре даими күҙәтеүгә алынған, социаль әһәмиәтле тауарҙар буйынса хәл оператив рәүештә асыҡлана.

Башҡортостан башлығы ауыл хужалығы министрлығына Монополияларға ҡаршы федераль хеҙмәттең шәкәр заводтарына дәғүәләренә оператив рәүештә яуап бирергә һәм етешһеҙлектәрҙе бөтөрөү буйынса саралар күрергә ҡушты.

Башҡортостандың тарифтар буйынса дәүләт комитеты Светлана Бюрдюк еткергән мәғлүмәт тә штаб ултырышында тыңланды. Уның билдәләүенсә, республикала торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәттәре өсөн планһыҙ рәүештә хаҡ күтәреү ҡаралмаған. Планлы индексация 2022 йылдың 1 июленә тура килә.