Дәүләт техник күҙәтеүе инспекцияһы йыл һайын ҡыр эштәре алдынан үҙйөрөшлө машиналар һәм тағылма агрегаттарҙың төҙөклөгөн тикшерә. Бөгөн дә инспекторҙар Баҡалы районында сәсеүгә йәлеп ителәсәк ауыл хужалығы техникаларының торошон ҡараны. Механизаторҙарҙың яуаплы кампанияға әҙерлеге менән беҙҙең ижади төркөм дә танышты.
Техник күҙәтеү документтарҙы тикшереүҙән башлана. Төп иғтибар, әлбиттә, механизаторҙарҙың хәүефһеҙлегенә бирелә. Тракторҙың кабинаһында аптечка, янғын һүндереү ҡулайламаһы һәм авария туҡталышын күрһәткән билдә булырға тейеш.
Артабан инспекторҙар транспорт сараһын хәрәкәттә тикшереп ҡарай. Һәр берһенең тормоз системаһы, руль идараһы тикшерелә, шулай ук махсус контроль приборҙары ярҙамында зыянлы матдәләрҙең һауаға сығарыу нормативтары билдәләнә.
Семинарҙы ойоштороу урыны тип «Агро-Ресурс» йәмғиәте осраҡлы ғына һайланмаған. Йәш предприятие бөгөн Баҡалы районында алдынғылар иҫәбендә. Техникалар башлыса яңы, ҡалғандары ла һынатмаҫ, ти урындағы етәкселек.
Дөйөм алғанда, быйыл республикала ауыл хужалығы техникаларының торошо яҡшы баһалана. Сиктәр ябылып, санкцияларға ҡарамаҫтан механизаторҙар етерлек күләмдә алмаш өлөштәр менән тәьмин ителгән. Бындай семинарҙар бөгөнгә республиканың ике зонаһында ойошторолған. 1 апрелгә тиклем техник тикшереүҙе бар райондарҙа ла үткәреү ҡаралған.
Инспекторҙар әйтеүенсә, үҙйөрөшлө машиналар һәм тағылма агрегаттарҙы тикшереү үҙ һөҙөмтәһен бирмәй ҡалмай. Былтырғы ҡоро йәйҙә республикала бер генә ауыл хужалығы техникаһының да яныу осрағы теркәлмәгән. Һауа торошона килгәндә, семинарҙа ҡатнашыусылар республикалағы буранлы көндө мул уңышҡа юраны.
Илдар Байбулатов