Йәғни уларҙа ял итеүселәргә лә юллама хаҡының 50 процентын кире ҡайтарырға мөмкин.
Мәғлүм булыуынса, 2021 йылдан балаларҙың йәйге ялын ойоштороу буйынса «Кэшбек» программаһы эшләй. Әммә үткән йылда ул стационар лагерҙарҙа ғына тормошҡа ашырыла ине. Был системаға ярашлы, ата-әсәләр юлламаны «Мир» картаһы аша түләп ала.
Юллама хаҡының 50 проценты 5 көн эсендә кире ҡайтарыла, сумма 20 мең һумға тиклем етергә мөмкин. Бының өсөн банк картаһының «Приветмир.ру» сайтында теркәлеүе мотлаҡ. Программала ҡтанашыусылар өсөн Башҡортостан ҡаҙнаһынан да өҫтәмә сығымдар бүленә. «Балалар кэшбегы» быйыл 31 марттан уҡ эшләй башлай.
Балалар ял һәм һауыҡтырыу лагерҙарында әле йәйге миҙгелгә әҙерлек бара. Өфөлә урынлашҡан «Аҡсарлаҡ» лагерында ремонт эштәре ҡайнай. 1936 йылда асылған тарихи лагерь быйыл конкурста еңеп сығып, ремонтҡа аҡса алған. Был йыл әйләнәһенә эшләү мөмкинлеге бирә. Лагерҙа йыһазландырылған спорт майҙансыҡтары асылған, ашханаға яңы ҡоролмалар алынған, әле корпустар ремонтлана. Хужалар әйтеүенсә, быға тиклем «Аҡсарлаҡ» бер сменала 67 бала ҡабул иткән, киләсәктә мөмкинлек күпкә киңәйер тип көтөлә.
Рәмзиә Кәримова