Сибайҙан 5 йәшлек Әлмир Аҡбулатовҡа ярҙам кәрәк

Малайҙа һирәк осрай торған генетик ауырыу – биотинидаза етешмәүе. Һөҙөмтәлә баланың үҫешендә ҡатмарлы тайпылыш. Ул үҙаллы атлай алмай. Сабыйҙың ауырыуы ике айлыҡ сағында асыҡлана. Йыш ҡабатланған тартышыуҙарҙан һуң ул ете көн мәрттә була.

Миңә ул ваҡытта дауаханала саҡта иремә бала үлә тип иҫкәртергә ҡуштылар. Шулай ҙа бөтә ышанысымды туплап, балам йәшәйәсәк тип шылтыратманым. Миңә ул мәлдә барыбер ине, нисек булһа ла, ниндәй булһа ла - улым йәшәһә булған.

Гөлфиә Аҡбулатова, Әлмирҙың әсәһе

Малайҙың психомотор һәм телмәр үҫеше лә тотҡарлана. Әлмирға даими рәүештә дауаланырға, реабилитация үтергә кәрәк. Тик ата-әсәнең дауаланыу курсын түләрлек мөмкинлеге юҡ. Улар мәрхәмәтле кешеләр ярҙамына мохтаж. Әле Һамар ҡалаһындағы үҙәктең неврология һәм рефлекс терапияһы балалар бүлегендә өс курс дауаланыу өсөн 422 мең һум аҡса талап ителә. Бәләкәй Әлмирға экрандағы телефон йәки иҫәп буйынса ярҙам итергә була. Мәрхәмәтле булайыҡ!

Карта иҫәбе: 5228 6005 5136 7701

Телефон: 89378586500 - плашка.

Гульфия Фуатовна

Рәйлә Күсемханова