Изге Рамаҙан айы алдынан Аҡъяр ауылында «Алтын тирмә» интеллектуаль уйыны үтте

Ярышта хәйбуллаларҙан тыш, Сибай ҡалаһы, Бөрйән, Йылайыр райондары командалары ҡатнашты. Конкурсанттар Ислам дине тураһында һорауҙарға яуап бирҙе, хәҙистәрҙең мәғәнәһен аңлатты. Уйын сиктәрендә «Кем сосораҡ?», «Кем башлыраҡ?», «Серле һандыҡ» тип исемләнгән этаптар булды.

Уйын һөҙөмтәләре буйынса Хәйбулла районы командаһы еңеүсе тип танылды. Гүзәл заттар ике йыл дауамында алған дини белемдәрен лайыҡлы күрһәтте. Интеллектуаль сараны киләһе йылда ла ойоштороу тәҡдиме хуплап ҡабул ителде.

Гөлназ Хәйбуллина