Илдең инвестициялар буйынса Милли рейтингында республика бишенсе урында. Радий Хәбиров Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙа сығыш яһап, ошо турала белдерҙе. “Төп капиталға индерелгән 419 миллиард һум беҙҙең тарихта рекордлы һан”, - тине республика етәксеһе.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтБөгөн донъяла барған геосәйәсәткә бәйле, яңы баҙарҙар табыу мөһим. Иҡтисад фәндәре кандидаты Илдар Ғәбитов Көнсығыш һәм Азия дәүләттәре менән бәйләнештәрҙе нығытырға кәрәк тигән фекерҙә. “Бының өсөн бөтә мөмкинлекте файҙаланыу мөһим. Бөгөн санкциялар индереү һөҙөмтәһендә буш ҡалған урындарҙы иң әүҙемдәр алып ҡаласаҡ”, - тип иҫәпләй ул.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтРадий Хәбиров белдереүенсә, Башҡортостан былтырғы һөҙөмтәләр буйынса тулайым төбәк продуктын 2 триллион һумға еткерергә ниәтләй. Республика сәнәғәт сәйәсәте буйынса ла илдә алдынғылар исемлегендә. Был тармаҡта үҫеш 7 ярым тапҡыр артҡан.