Ул халыҡ рухын һаҡланы, алмаш тәрбиәләне, талантлы кешеләргә үҫергә ярҙам итте. Уҡытыусы, үҙешмәкәр композитор Зөһрә Фәйзуллина тураһында шулай тиҙәр. Ижадсы 2020 йылдың октябрендә 74 йәшендә вафат булды. Бөгөн Өфөлә уға бағышланған кисә ойошторола. “Зөһрә Хәҙит ҡыҙы йәштәргә ҡанат ҡуя белде. Ҙур сәхнәгә сығыуым өсөн уға рәхмәтлемен”, - ти Башҡортостандың халыҡ артисы Алһыу Бәхтиева.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтЗөһрә Фәйзуллинаның Хәтер кисәһе Башҡорт дәүләт филармонияһында үтә. Унда билдәле артистар ҡатнаша.