Республикала инвестициялар йәлеп итеү өсөн махсус биләмә булдырыла. Был турала Башҡортостан Хөкүмәте премьер-министры Андрей Назаров белдерҙе. Ул бөгөн Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙа йыллыҡ отчет менән сығыш яһаны.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтРеспубликала бөтә тармаҡтарҙа ла үҫеш күҙәтелә. Башҡортостанда халыҡ өсөн уңайлы тормош шарттары булдырыу, эшһеҙҙәр һәм алданған өлөшсөләрҙе кәметеү, етештереү ҡеүәттәрен арттырыу маҡсаты ҡуйылған. Иҡтисадты үҫтереү, импортты алмаштырыу, инвесторҙар йәлеп итеү ҙә мөһим бурыс булып тора. Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай ултырышында Хөкүмәт премьер-министры ошо турала белдерҙе. Андрей Назаров йыллыҡ отчет менән сығыш яһаны. “Республика Хөкүмәтендә һөҙөмтәле һәм сифатлы эшләгән, оҫта идара иткән команда тупланған. 2021 йылғы эш һөҙөмтәләре шуны күрһәтте”, - ти парламент вице-спикеры Рөстәм Ишмөхәмәтов.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайт