Украинала махсус хәрби операцияла һәләк булған һалдаттарҙың ғаиләһенә 2 миллион һум түләү була. Бөгөн Башҡортостан парламенты ултырышында Радий Хәбиров ошо турала закон проектын тәҡдим итте. “Федераль кимәлдә хәрбиҙәргә, һәләк булған геройҙарҙың ғаиләләренә финанс ярҙам күрһәтеү тураһында ҡарар ҡабул ителде. Беҙҙең республика ла был эштән ситтә ҡалырға тейеш түгел. Батырҙар һәм уларҙың ғаиләләрен хәстәрләү - беҙҙең бурыс. Беҙ уны үтәйәсәкбеҙ”, - тип белдерҙе Башҡортостан башлығы. Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай вице-спикеры Тамара Танһыҡҡужина закон проектын хуплауы хаҡында белдерҙе.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайт