Уны яңыртыу тураһында халыҡ мөрәжәғәте Республика менән идара итеү үҙәгенең “Инцедент-менеджмент” системаһына теркәлгән. Һорауға Илеш районы хакимиәте башлығы урынбаҫары Илнур Хәйбрахманов яуап биргән. Үткән йылдың октябрь айынан күперҙе төҙөкләндереү эштәре башланған. 2022 йылдың 23 мартында күпер ҡулланыуға тапшырылған.