Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ...

«Хәрби туғанлыҡ» йәмәғәт ойошмаһының Баймаҡ районы бүлексәһе Донбасс республикалары халҡына һәм махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яҡташтарыбыҙға гуманитар ярҙам йыйҙы.

Шәхси гигиена әйберҙәре,йылы ойоҡбаштар, бирсәткәләр, эс кейемдәре, тиҙ боҙолмай торған аҙыҡ-түлек бына ошондай тауарҙарҙы райондаштарыбыҙ Украина ерендә барған хәрби операцияла ҡатнашыусы һалдаттарға тип тапшырҙы. Мәктәп уҡыусылары ла ситтә ҡалманы,улар үҙ ҡулдары менән Рәсәй символы айыуҙы эшләп, яу яланындағыларға имен -һау әйләнеп ҡайтыуҙарын теләп хаттар яҙҙы.

Быға тиклем дә район халҡы Донецк һәм Луганс халҡына ярҙам йыйҙы. Ауыр минуттарҙа бер‐береһенә ярҙам итергә әҙер булған кешеләр күп булыуы ҡыуандыра. Һалдаттарға тип тапшырылған һәр әйбер уларға барып етер һәм күңелдәрен йылытыр, тип ышанабыҙ.