Күңелле һәм файҙалы каникул...

«Толпар» шифаханаһында «Балалар өсөн инновациялар» фестивале асылды. Сарала төрлө фәндәр буйынса республика олимпиадаларында еңеүгә өлгәшкән малай-ҡыҙҙар өсөн оҫталыҡ дәрестәре ойошторола. Йөҙ баланы берләштергән фестиваль Башҡортостан башлығы гранты ярҙамында үткәрелә. Тулыраҡ мәғлүмәт БЮТ каналы хәбәрсеһе Флорида Ким яҙмаһында.

Химия фәне буйынса олимпиадаларҙа ҡатнашыусы малай-ҡыҙҙар каникул ваҡытында ла яратҡан дәресе буйынса белемен камиллаштыра. Шишмә районы «Толпар» шифахаһында ойошторолған «Балалар өсөн инновациялар» фестивалендә улар үҙ проекттар яҡлай, бер-береһе меән аралаша.

Фестивалдә республика район-ҡалаларынан йөҙләп бала ҡатнашты. Улар өсөн әҙерләнгән бай йөкмәткеле программа «Уңыш академияһы» мәғариф үҙәге тарафынан ойошторолған. Башҡортостан башлығы гранты ярҙамында ғәмәлгә ашырылған проектҡа ярашлы интеллектуаль сара йәйге каникулда ла үткәреләсәк.

12 йәштән алып 16 йәшкә тиклем балаларҙы берләштергән фестиваль бер аҙна дауам итә. Үҫмерҙәрҙе ижади фекерләргә, фәнни эҙләнеүҙәргә йәлеп итергә әйҙәгән сара һәләтле балаларҙың киләсәген республика менән бәйләүҙе маҡсат итеп ҡуя.

Балаларҙың һөнәри белемен камиллаштырыу өсөн үткәрелгән фестиваль әүҙем, һәләтле егеттәр-ҡыҙҙар өсөн шәхси үҫеш майҙаны булып тора. Беҙ уларҙы республика вуздарын тамамлап, төбәк мәнфәғәте өсөн эшләүенә өмөт итәбеҙ.

Гүзәл Горбунова, «Уңыш академияһы» мәғариф үҙәге директоры

«Балалар өсөн инновациялар» фестивале йәштәрҙе еңеүсе булырға дәртләндерә, уларҙы студенттар менән бер рәттән етди проекттарҙы яҡларға өйрәтә. Һәләтле үҫмерҙәрҙе берләштергән сара иң мөһиме яңы маҡсаттарға ирешергә булышлыҡ итә.

Флорида Ким