Ауырыуҙы һауыҡтырыусы аттар...

Өфө районындағы «Грация» аттар клубы Президент гранттары фондынан иппотерапия ойоштороу өсөн финанс ярҙам алған. Инсульт кисергәндәр, аутизм, йәки Даун синдромы менән ауырыусы балалар өсөн түләүһеҙ дауалау курстары ойошторола. Теманың дауамы БЮТ каналы хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова яҙмаһында.

Әлфиә Нәзирова эйәрҙә үҙен ышаныслы тоя. Ә бер йыл элек кенә һыбай менеү түгел, атҡа яҡын килергә лә ҡурҡҡан. Инсульт кисергәндән һуң, ҡатындың хәрәкәт итеүҙә ауырлыҡтары тыуа. Иппотерапия ярҙамында ул мускулдарына күнекмәләр яһап, яңынан ныҡлы итеп йөрөргә өйрәнә.

Йылҡы терапияһын Әлфиә Нәзирова «Кентавр» проекты сиктәрендә бушлай үтә. Бер йыл күнекмәләр яһау үҙ һөҙөмтәһен биргән. Хәҙер ул инструктор менән генә түгел, үҙаллы ла күнекмәләр яһай, хатта йәйгеһен аттар клубында ойошторолған турнирҙа ла көсөн һынап ҡараған. Иппотерапия менән дауаланыуҙы өлкәндәр ҙә, балалар ҙа үтә ала.

Дауаланыр өсөн гимнастик күнекмәләрҙән тыш, уйын форматында ла дәрестәр ойошторабыҙ. Бының өсөн туп, кегли, конустар кеүек әйберҙәр ҡулланабыҙ. Уйындар, айырыуса, балаларға ныҡ оҡшай, сөнки уларға тәүҙә атҡа ғына түгел, инструкторға ла өйрәнеп алыр кәрәк.

Людмила Балашова, «Грация» аттар клубының иппотерапия буйынса инструкторы

Быйыл аттар клубының «Кентавр» проекты Президент гранттары фондынан 1 миллион 800 мең һум күләмендә финанс ярҙам ала. Ул инсульт кисереүселәргә, церебраль фалиждан яфаланыусы, Даун синдромы менән ауырыусыларға реабилитация үткәрергә мөмкинлек бирә. Проект сиктәрендә 50 кешегә ярҙам күрһәтеү күҙалланған.

Тәүге дәрес ат менән танышыуҙан башлана. Әйткәндәй, Рәсәйҙең Иппотерапия милли федерацияһы тәҡдиме буйынса дауаланыу өсөн башҡорт тоҡомло аттар йәлеп ителә. Улар тыныс холоҡло, дөрөҫ һәм тигеҙ хәрәкәт итә. Иң мөһиме, тәпәш булғанға күрә, аттарҙы эйәрләп алыу һәм күнекмәләр яһау уңайлы.

Аттар – ул тояҡлы «табиптар». Һыбай йөрөү, уны һыйпап ҡарау һаулыҡҡа ғына түгел, кәйефкә лә ыңғай йоғонто яһай.

Элина Рәхмәтуллина, «Кентавр» проекты координаторы

«Кентавр» проекты 2017 йылдан алып ғәмәлгә ашырыла. Йыл һайын ул дәүләттән финанс ярҙам алыуға өлгәшә. Был юлы грант аҡсаһы киләһе йылдың ғинуар аҙағына тиклем күнекмәләр үткәрергә мөмкинлек бирә. Киләсәктә аттар клубы хеҙмәткәрҙәре йылҡы терапияһын үткәреп кенә ҡалмай, дауаланыуҙың психологик нигеҙен өйрәнеп фәнни эҙләнеүҙәр үткәрергә күҙаллай.

Әлфинә Килдейәрова