Бейеүҙәрендә халҡыбыҙ рухы...

Стәрлетамаҡ филармонияһының легендар Бейеү театры Өфө тамашасыһын яңы программа менән ҡыуандырҙы. Утыҙ йыллыҡ юбилейын билдәләгән коллектив традицияларға тоғролоғо һәм бер үк ваҡытта яңылыҡҡа асыҡ булыуы менән үҙенсәлекле. Тулыраҡ киләһе яҙмала.

Концерт Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, коллективҡа нигеҙ һалған күренекле хореограф Хәлил Ишбирҙиндың «Урал бәйете» композицияһы менән асылды. Утыҙ йыл дауамында сәхнәнән төшмәгән бейеүҙәре байтаҡ театрҙың. Уларҙа - рух осошо, миллилек, халыҡсанлыҡ ярылып ята. Шул уҡ ваҡытта репертуар башҡа халыҡ бейеүҙәре менән дә байыған. Татар, сыуаш, ҡалмыҡ, ҡаҙаҡ, тажиҡ, памир, кавказ халыҡ бейеүҙәрен тамашасы һоҡланып күҙҙән кисерҙе.

Мин үҙем Стәрлетамаҡта уҡыным. Был ансамбль барлыҡҡа килгәндә уҡып йөрөгәйнем. Һәм дә бөгөн яңы бейеүҙәрен күрергә килдем. Ниндәй йәштәр, состав ниндәй, үҙгәргәнме, шул уҡмы? Дәртләнеп, яңы энергия алып ҡайтып китермен, тип уйлайым.

Салауат Исҡужин, «Мираҫ» йыр һәм бейеү ансамбле солисы, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы

Стәрлетамаҡ бейеү театры - тәжрибә менән йәшлек осрашҡан майҙан. Тәүге составтан һаман да сафта ҡала килгән берҙән-бер бейеүсе Рәил Лоҡманов күптән түгел «Башҡортостандың халыҡ артисы» исеменә лайыҡ булды. Бындай юғары награда Бейеү театры тарихында тәүге тапҡыр бирелә һәм һуңғыһы булмаҫ, ти коллектив ветераны.

Йәштәр киләләр, бик көслө, талантлы йәштәр киләләр. Шуларға бирергә тырышабыҙ үҙебеҙҙең рухты, эмоциональ яҡтан өйрәтергә тырышабыҙ йәштәрҙе. Үҫһендәр егеттәр-ҡыҙҙар, Башҡортостандың атҡаҙанған артистары, халыҡ артистары булып китһендәр. Шуны теләйем.

Рәил Лоҡманов, Башҡортостандың халыҡ артисы

Рәсәй ҡалалары, Бельгия, Голландия, Төркиә, Үзбәкстан, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан, Төркмәнстан сәхнәләрен шаулатҡан легендар Бейеү театры гастролдәргә һыуһаған. Киләсәктә төрлө кимәлдәге фестивалдәргә юл ҡайтанан асылыр, тип өмөтләнә бейеүселәр. Сөнки сәнғәт теле халыҡтар дуҫлығын нығыта, рухи берҙәмлеккә әйҙәй, үҙ-ара низағтарға урын ҡалдырмай.

2012 йылда улар менән Үзбәкстанда, Ҡырғыҙстанда булғайным. Уларҙың гастролдәрен яҙырға барғайным. Үзбәктәр ҙә, ҡырғыҙҙар ҙа уларҙы бик йылы ҡабул иттеләр. Ә унда йәшәгән ҡәрҙәштәребеҙ илап ултыралар ине. Уларға ҡушылып үҙем илап ултырам. Әле бөгөн бында уларҙың концертын ҡарайым, шул рух һаман йәшәй, һәр бейеүҙәренә тетрәнәбеҙ, бер үк ваҡытта һоҡланабыҙ, ғорурланабыҙ һәм шул уҡ ваҡытта һыҙланабыҙ. Шул рухты йәшәткән был театрға ҙур рәхмәт!

Мөнир Ҡунафин, яҙыусы, «Ағиҙел» журналының баш мөхәррире

Утыҙ йыллыҡ юбилейын билдәләгән Бейеү театры артистары Башҡортостан мәҙәниәт министрлығы, республика хөкүмәтенең рәхмәт хаттары менән бүләкләнде. Коллективтың ижад картаһында яңы ҡалалар, илдәр артһын, бейеүҙәрҙәге рух осҡоно һүнмәһен, тип таралышты тамашасылар.

Рәйсә Абдуллина