Республикала яҙғы каникулда 300-ҙән ашыу мәғариф учреждениеһында махсус лагерь булдырылған

Бөрйән районы Иҫке Собханғол ауылы мәктәбендә генә тиҫтәләп түңәрәк эшләй. Урында балалар күңеленә ятҡан шөғөл таба ала. БЮТ каналы хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.

Робот техникаһы тәүҙә компьютерҙа ҡоролоп, һуңынан булған деталдәрҙән ғәмәлдә йыйыла. Ә улар түңәрәктә етерлек. Эш Зөлфиә Сирбаева күҙәтеүендә бара. Ул шулай уҡ математика уҡытыусыһы ла. Шуға ла теүәл фәндәрҙе төплө үҙләштерергә теләгән уҡыусыларға робот техникаһы түңәрәге ҡулай ғына.

Шулай уҡ информатика уҡытыусы етәкләгән түңәрәк тә заман балалары ҡыҙыҡһыныуынан сығып ойошторолған. Улар бында уйнар өсөн килмәй, ә моделләштереү серҙәренә төшөнә. Виртуаль күҙлек ярҙамында мәҫәлән, биология, хаттаки анатомия менән яҡындан таныша.

Ғөмүмән, Бөрйән районы үҙәге мәктәбендә уҡыусылар өсөн бар шарттар булдырылған. Меңдән ашыу бала белем алған мәғариф усағында һәр кем күңеленә яҡын шөғөл таба ала. Бөрйәндәрҙең республика кимәлендә уҡыусылар ялын ойоштороуҙағы конкурста беренсе урын яулап, Рәсәй кимәленә сығыуы быға асыҡ миҫал.

Мәктәп асылғандан бирле эшләгән психология кабинеты, китапханала төрлө көнгә арнап уҙғарылған саралар, хатта, драма түңәрәге... Барыһы ла балаларҙы шәхес итеп тәрбиәләүгә йүнәлтелгән. Әлбиттә, яҙғы каникулда сығарылыш класс уҡыусылары ла буш ятмай. Берҙәм дәүләт имтихандарына әҙерләнә. Иң мөһиме: һәр береһе ялын файҙалы итеп уҙғарырға тырыша.

Азат Ғәлиуллин