Республика Башлығы Радий Хәбиров Совет майҙанында реконструция барышын ҡараны. Биләмәне төҙөкләндереү 2020 йылда башланды, былтыр фонтан асылды. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы командиры, Рәсәй Геройы Миңлеғәли Шайморатовҡа һәйкәл проекты асыҡ тауыш биреүҙә һайланды. Скульптор Салауат Щербаков еңеүсе булды. Әле буласаҡ һәйкәлдең нигеҙе әҙерләнгән. Радий Хәбиров әйтеүенсә, 9 майҙа Совет майҙанында Луганск халыҡ республикаһынан Миңлеғәли Шайморатов һәм атлылар ҡәберенән ер менән капсула һалына.