Документ рәсми мәғлүмәттәр порталында урынлаштырылған. Саҡырылыш иртәгә башлана һәм 15 июлгә тиклем дауам итә. Хәрби комиссариаттарға 18 йәштән 27 йәшкә тиклемгеләр саҡырыла. Яҙын армияға 134 мең егетте алыу бурысы ҡуйылған. Оборона министры Сергей Шойгу белдереүенсә, уларҙың береһе лә хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашмаясаҡ.