Хәйбулла районында иң яҡшы мәктәп ашнаҡсыһын билдәләнеләр

Балаларҙы дөрөҫ туҡландырыу – уларҙың төп маҡсаты. Аҡъярҙың 2-се мәктәбендә «Иң яҡшы мәктәп ашнаҡсыһы» конкурсы үтте. Был исем өсөн Хәйбулла районының биш мәктәбенән аш-һыу әҙерләүселәр көс һынашты.

Һәр береһенең байтаҡ эш тәжрибәһе булһа ла, үҙенсәлекле бәйгелә улар тәүгә ҡатнаша. Мәктәп ашнаҡсылары аш-һыу бешереп кенә ҡалманы, өҫтәлде дөрөҫ сервировкалау кеүек һынауҙарҙы ла уңышлы үтте. Конкурста Айгөл Баҡтыбаева еңеү яуланы.