Камил Йыһаншинға абруйлы премия май айында тантаналы шарттарҙа тапшырыласаҡ. Тиҫтәләп китап авторы, сәйәхәтсе, меценат, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Камил Фәрухша улы Йыһаншин менән БЮТ каналының ижади төркөмө лә осрашты. Был хаҡта тулыраҡ киләһе яҙмала.
Уның фатиры ҙур сәнғәт музейын хәтерләтә. Ҡырҡлаған илдә, Ер шарының бөтә ҡитғаларында сәйәхәттәрҙән алып ҡайтҡан сувенирҙарҙың иҫәбе-һаны юҡ. Иллеләп фил һыны, төрлө битлектәр, статуэткалар араһында ҡәҙерләнән дә ҡәҙерлеһе ҡарт шаман бүләге, мал тиреһенән эшләнгәне.
Яҙыусы 1950 йылдың 15 мартында Туймазы районы Ҡандра ҡасабаһында донъяға килгән. Атаһы хәрби офицер Фәрухша Мөхәмәтша улын яҙмыш Алыҫ Көнсығышҡа ташлай. Ҡатыны Ҡәҙриә Рауил ҡыҙына балалары менән ире хеҙмәт иткән хәрби ҡаласыҡтарҙа йәшәргә тура килә.
Хабаровск, Приморье крайы тайгаһында буласаҡ яҙыусының донъяға һәм тере тәбиғәткә һаҡсыл ҡарашы формалаша. Йыһаншиндар ғаиләһендәге өлкән бала мәктәп һәм студент йылдарынан бик иртә ҡул араһына инә. Каникул осоронда «Ирекле» судноһында кочегар, электрик, матрос булып хеҙмәт итә, геологик разведкаларҙа ла ҡатнаша.1
967 йылда Камил Йыһаншин Алыҫ Көнсығыш политехник институтына иң абруйлы һөнәргә – радиоҡорамалдарҙы конструкциялау һәм етештереү бүлегенә уҡырға инә. Студент йылдарында, ошо атласты һатып алған көндән алып, сәйәхәт итеү теләге уяна.
Камил Йыһаншин 10 китап авторы. Яҙыусының образлы тел менән яҙылған китаптары уйсан, күҙәтеүсән аудиторияға тәғәйенләнә. Сәйәхәт барышында экстремаль хәлдәрҙә юғалып ҡалмауы - иҫке дин тотоусылар булмышы илгиҙәр сәйәхәтсе кисерештәре аша һынландырылған. Әсәһе Ҡәҙриә Рауил ҡыҙына һәр китабын автор автограф менән бүләк иткән.
Яҙыусы-мосафир Камил Йыһаншин Валентин Распутин менән бер көндө тыуыуым яҙмыш бүләге, тип билдәләй. Бөйөк яҙыусы әҫәрҙәрендә тәрбиәләнгән быуын вәкиле булараҡ Рәсәй намыҫын йөрөтөүсе Валентин Распутин менән бер-нисә тапҡыр яҡындан аралашыу, хат аша хәбәрләшеү бәхете тейгән.
Валентин Распутин исемендәге абруйлы премия Камил Йыһаншинға « Һыуыҡ диңгеҙ буйлап сәйәхәт» китабы өсөн май айында тапшырыласаҡ.
Гүзәл Борханова