Башҡортостандың баш ҡалаһы исемен йөрөткән һыу аҫты кәмәһе бөгөн икһеҙ-сикһеҙ киңлектәргә, оло юлға оҙатылды. «Өфө» субмаринаһы һыуға Санкт-Петербург ҡалаһында, тантналы шарттарҙа төшөрөлдө. «Адмиралтейские верфи» йәмғиәте майҙанында үткән сарала Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров ҡатнашты. Тарихи ваҡиға хаҡында БЮТ каналы хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова репортажы.
Океан шауынан да тымығыраҡ, тулҡындарҙан етеҙерәк. Әммә «Өфө» субмаринаһын һыу аҫтында табырлыҡ түгел. Уның тауыш кимәле океандың тәбиғи фонына яҡынлаштырлған. Ә хәрби крейсерҙы йыһазландырыуҙа ҡулланылған заманса технологиялар, һыу киңлектәрен 45 тәүлеккә тиклем гиҙеү мөмкинлеге бирә. Һыу аҫты кәмәһенә «Калибр» ҡанатлы ракеталары урынлаштырылған.
Субмарина 2019 йылда төҙөлә башлаған. Һыу аҫты кәмәһенә нигеҙ һалыуҙа ул ваҡыттағы Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы Өлфәт Мостафин даҡатнаша. Башҡортостандың Рәсәй диңгеҙ флоты үҫешенә ҙур өлөш индереүен иҫәпкә алып һәм республиканың Диңгеҙ йыйылышы тәдиме менән һыу аҫты кәмәһенә «Өфө» исеме бирелә.
Тантанала Башҡортостан башлығы Санкт-Петербург губернаторы Александр Бегловҡа һәм «Адмиралтейские верфи» йәмғиәтенә субмаринаға Өфө исеме бирелеүе өсөн рәхмәт белдерҙе һәм республика өсөн был оло ғорурлыҡ һәм яуаплылыҡ булыуын билдәләне.
«Өфө» һыу аҫты кәмәһеең экипажы 56 кешенән тора. Тымыҡ океан флотының хәрби карабы Рәсәй сиктәрен һаҡлаясаҡ. Башҡортостан вәкилдәре әйтеүенсә, был тарихи ваҡиға. Республика флот тарихына үҙ исемен алтын хәрефтәр менән яҙа.
Башҡортостандың данлы флот традициялары бар, республикабыҙҙан 34 меңдән ашыу кеше хәрби диңгеҙ флотында хеҙмәт иткән. Һуңғы йылдарҙа Башҡортостан Төнъяҡ флотының «Иван Грен» карабы менән хеҙмәттәшлек итә. Хәҙер иһә «Өфө» субмаринаһы ла яҡташтарыбыҙ ҡанаты аҫтында буласаҡ.
Карапты һыуға төшөрөү борондан тарихи ваҡиға һаналған. Был тантана менән бәйле ғөрөф-ғәҙәттәр ҙә бар. Мәҫәлән, судноны һыуға төшөрөү алдынан суҡындырыу йолаһы уҙғарыла һәм ҡиәмәтлек әсә билдәләнә. Моряктар шулай итеп алыҫ юлға сығыр алдындан үҙҙәренә фатиха һорай. Рәсәй тарихында судноларға ҡиәмәтлек әсәләре итеп Татьяна Голикова, Валентина Матвиенко, Эльвира Нәбиуллина кеүек билдәле ҡатын-ҡыҙҙар һайланған. Бөгөн «Өфө» һыу аҫты кәмәһенә фатиханы Каринэ Хәбирова бирҙе.
Рәмзиә Кәримова