Рәми Ғарипов исемендәге гимназия-интернатта аналитик химия буйынса оҫталыҡ дәрестәре үтә

Төрлө уҡыу йорттарынан йыйылған малай-ҡыҙҙар лаборатор шарттарҙа белемен камиллаштырып, олимпиадаға әҙерләнә. Курстарға 9-10 синыф уҡыусылары ҡабул ителә. Тулыраҡ мәғлүмәт менән гимназия-интернаттың сайтында танышырға мөмкин.

Сентябрҙә гимназияла заманса лаборатория асылды. Бында химияны төплө өйрәнеү өсөн бөтә шарттар булдырылған. Мауыҡтырғыс дәрестәрҙә балалар етди мәғлүмәт туплап, имтихандарға әҙерләнә.

Гөлнара Рамаҙанова, химия уҡытыусыһы

Флорида Ким