Йөрәгемдә сыңлар бер йыр: Өфөлә Зөһрә Фәйзуллинаның хәтер кисәһе үтте

Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында шағирә, драматург, йырҙар авторы Зөһрә Фәйзуллинаның хәтер кисәһе үтте. Республиканың сәхнә йондоҙҙары Зөһрә Хәҙит ҡыҙының популяр йырҙарын башҡарҙы. Саранан БЮТ каналы хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова әҙерләгән яҙма.

«Ҡайындар», «Һағыныу», «Өсмөйөшлө хаттар»...Зөһрә Фәйзуллина тамашасы күңеленә тиҙ үтеп инер онотолмаҫ йырҙар ижад итеп ҡалдырған. Әҫәрҙәре өсөн илһамды ла көслө рухлы ижадсы халҡы күңеленән ала.

Зөһрә Хәҙит ҡыҙы 1946 йылда Әбйәлил районы Ҡаҙмаш ауылында донъяға килә. Һөнәре буйынса уҡытыусы оҙаҡ йылдар балалар өсөн төрлө әҫәрҙәр ҙә ижад итә. Уның моңло ижадын хәтергә алырға тип Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында «Йөрәгемдә сыңлар бер йыр» сараһы үтте.

Тиҫтә йылдар меңдәрсә уҡыусы күңелендә мәктәп йылдарының һуңғы ҡыңғырауы булып яңғыраған йыр. «Мәктәп вальсы»на әйләнеп, әллә күпме быуын егет-ҡыҙҙар бала сағы менән хушлашҡан. Зөһрә Фәйзуллинаның спектаклдәр өсөн яҙылған йырҙары ла әле лә сәхнә түренән төшмәй.

Һәр йыры – үҙенсәлекле тарих. Уларҙы халыҡ яратып тыңлай ҙа, ҡушылып йырлай ҙа. Зөһрә Хәҙит ҡыҙы ярҙамында күп кенә йәш йырсыларға ҡанаттарын нығыта.

Танылған шағирә ижад иткән йырҙар йыр әснғәте күгендә Зөһрә йондоҙо кеүек балҡый. Үҙе яҙып ҡалдырған шиғырҙағы кеүек: Һүнгәндә лә ғүмер усаҡтары, хәтер усаҡтары һүнмәһен.

Әлфинә Килдейәрова