Ҡырмыҫҡалы районы Иҫке Муса ауылында боронғо кәсепкә өйрәтеү проекты йомғаҡланды. Ярты йыл эсендә «Күңел өсөн шөғөл» программаһы ярҙамында илленән ашыу кеше яңы һөнәр үҙләштергән. Проект республика гранты аҡсаһына тормошҡа ашырыла. БЮТ каналы хәбәрсеһе Рәмилә Исмәғилева яҙмаһы.
Кем генә бала саҡта балсыҡтан уйынсыҡ әүәләмәгән. Апалы һеңлеле Шәңгәрәевалар иһә был шөғөлдө яҡшылап өйрәнеп һауыт-һабалар эшләй. 20 минут тирәһе станокта өйөрөлдөргәндән һуң, кәрәкле форма килеп сыға.
Балсыҡтан әйберҙәр әүәләү серҙәренә Илдус Мөхәмәтйәров төшөндөрә. Был оҫталыҡҡа Иҫке Муса ауылы егете Сочи ҡалаһындағы Сириус үҙәгендә уҡып ҡайтҡан. Урман техникумы студенты ял көндәрендә райондаштарын үҙе белгән шөғөлгә өйрәтә. Әле оҫтаханаға йөрөүселәр Испания балсығы менән эш итә. Киләсәктә үҙебеҙҙең сеймал менән әүәләп ҡарамаҡсылар.
«Күңел өсөн шөғөл» проекты республика башлығы гранты ярҙамында булдырыла. Ҡырмыҫҡалы районы социаль үҫеш Хәйриә фонды конкурста ҡатнашып 800 мең һумға яҡын аҡса отҡан. Был суммаға әүәләү станоктары, мейес һәм башҡа кәрәк-яраҡтар алынған. Әүәләнгән һауыттар мейестә юғары температурала киптерелә.
Һөнәрсе булғанда өйрәнергә теләүселәр табыла. Программа буйынса Иҫке Муса ауыл советына ҡараған алты ауылдан сәләмәтлеге буйынса мөмкинлеге сикле балалар, йәштәр һәм өлкәндәр шөғөлләнгән.
Район хакимиәте ярҙамында ауыл мәҙәниәт йортонда оҫтахана өсөн кабинет ремонтланған. Бында киләсәктә лә эш дауам итәсәк. Проекттың тәүге ҡатаншыусыларына дипломдар һәм бүләктәр тапшырылды.
Рәмилә Исмәғилева