Бөгөндән 1-се класҡа барасаҡ балаларҙың ата-әсәләренән ғаризалар ҡабул ителә башлай

"Дәүләт хеҙмәте” порталында ла ғариза бирергә  мөмкин. Мәктәпкә ҡабул итеү нормалары тураһында Республика мәғариф һәм фән министрлығының бүлек етәксеһе Розалия Сәфиуллина һөйләй.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Яңы уҡыу йылында 1-се класҡа урындар тураһында мәғлүмәт һәр мәктәптең рәсми сайтында урынлаштырылырға тейеш. Быйыл Башҡортостанда 59 меңдән ашыу бала тәүге тапҡыр парта артына ултыра.