Борай районы бөгөн Вадим Заһировты һуңғы юлға оҙатты

Украинала махсус операцияла һәләк булған егетте ерләү сараһында Радий Хәбиров ҡатнашты. Һалдат үлгәндән һуң Шайморатов генерал орденына лайыҡ булды.

Ике аҙна элек кенә уға 21 йәш тулған. Йәш ярым сағында Вадим Заһиров етем ҡалған. Ата-әсәһе автомобилдә поезд аҫтына ҡалып һәләк булған. Егеттең бала сағы өләсәһе менән олатаһы тәрбиәһендә Борай районы Иҫке Мостафа ауылында үткән. Ефрейторҙы һуңғы юлға оҙатырға йөҙҙәрсә яҡташы килде.

Борай мәктәбендә белем алған, етенсе синыфтан алып «Борай йәүһәрҙәре « ижади ансамбле солисы булған. Нефтекамала нефть колледжында уҡыған. 2019 йылда армияға алына һәм контракт буйынса механик-водитель булып хеҙмәт итергә ҡалған. Вадим Илсур улы етем булараҡ хәрби бурысын үтәүҙән азат ителһә лә, һалдат шинелен үҙе теләп кейә.

Борайҙағы урамдарҙың береһе Вадим Заһиров исемен йөрөтәсәк, уҡыған мәктәбендә таҡтаташ асыласаҡ һәм район үҙәгендәге геройҙар аллеяһында исеме мәңгеләштереләсәк.

Батыр йөрәкле һалдат, ышаныслы дуҫ, ил улы һәләк булғандан һуң Шайморатов генерал ордены менән бүләкләнде. Награда уны тәрбиәләп үҫтергән олатаһы менән өләсәһенә тапшырылды.

Рәмилә Исмәғилева