Бөгөндән Рәсәйҙә пенсия күләме артты

Пенсия фондының Башҡортостан буйынса бүлексәһенән хәбәр итеүҙәренсә, республикала арттырылған пенсия 100 меңгә яҡын кешегә түләнә. Быйыл индексация 7,7 процент кимәлендә планлаштырылғайны.

Әммә Владимир Путиндың йәшәү минимумын һәм страховка пенсияларын 8,6 процентҡа индексациялау тураһындағы ҡарарҙарын иҫәпкә алып, бөгөндән социаль пенсиялар 8,6 процентҡа күтәрелде