Хеҙмәт баҙарында көсөргәнеш тыуҙырмау өсөн федераль үҙәктән 886 миллион һум аҡса бүленгән

Финанс ярҙам өс йүнәлеш буйынса: йәмәғәт эштәренә, ваҡытлыса эшкә урынлаштырыуға һәм хеҙмәткәрҙәрҙең квалификацияһын күтәреү, уларҙы уҡытыуға тәғәйенләнә. Аҡсаны файҙалы итеп тотоноу һорауҙары Башҡортостандың Сауҙа-сәнәғәт палатаһында үткән кәңәшмәлә ҡаралды. Көрсөккә ҡаршы саралар тураһында фекер алышыуға республиканың эш биреүселәре онлайн ҡушылды.

Хеҙмәт баҙарында хәл тотороҡло. Ләкин етештереү процессының ҡаһы бер өлкәләре ауырлыҡ кисереүгә бәйле, кадрҙарҙы оптиммәләштереү һорауы килеп тыуыуы ихтимал. Беҙҙең төп бурыс – барлыҡ предприятие, ойошмалар дәүләттән ярҙам алһын өсөн заявканы дөрөҫ тултырыуға кәрәкле документтарҙы тупларға ярҙам итеү. Был федераль үҙәктән бүленгән аҡсаны файҙалы итеп тотонорға мөмкинлек бирәсәк.

Ленара Иванова, Башҡортостандың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры

Әлфинә Кидейәрова