Бөрйән районында Ағиҙел йылғаһы аша һалынасаҡ объект төҙөлөшө графикҡа ярашлы алып барыла. Ул быйыл көҙ файҙаланыуға тапшырылыр тип көтөлә. Ә уҙған быуаттың 80-се йылдарында сафҡа ингән аҫылмалы күпер йәйәүлеләрҙе хеҙмәтләндерәсәк. БЮТ каналы хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.
Күҙ асҡыһыҙ ҡар яуыуына ҡарамаҫтан, Ағиҙелдә эш ҡайнай. Бөрйән районында йәнә бер ҙур күләмдәге объект күтәрелә. Күпер төҙөлөшө урындағы халыҡ өсөн күптән көтөп алынған ваҡиға.
Сөнки ҙур йылғаны кисеп үтерлек түгел. Хаттаки, еңел автомобилдәр ҙә оло йылғаны аша сыға алмай. Шуға ла барыһы ла аҫылмалы күпер аша йөрөргә мәжбүр.
Күпер төҙөлөшө былтыр көҙ башланған. Ауыл хакимиәте етәкселеге әйтеүенсә, эш планға ярашлы башҡарыла. Бер минутҡа ла туҡтамай.
Күпер мәсьәләһе бөрйәндәр өсөн күптәнге проблема. Ике ауылды берләштереүсе аҫылмалы күперҙән «тиҙ ярҙам» хеҙмәте, янғын һүндереүселәр ҙә үтә алмай. Шуға яңы объект төҙөлөшөн урындағы халыҡ түҙемһеҙләнеп көтә.
Азат Ғәлиуллин