Башҡортостан макулатура йыйыу буйынса «Экохәстәрлек» федераль проектына ҡушылды

Ҡағыҙ тапшырыуҙан килгән аҡса Донбасс халҡына ярҙам фондына йүнәлтелә. Халыҡ фронтының төбәк штабынан хәбәр итеүҙәренсә, республика төбәктәрендә бөгөн 50-нән ашыу экобокс ҡуйылған. Киләсәктә уларҙы 200-гә еткереү ҡарала.

Мәктәп уҡыусылары, студенттар, министрлыҡ һәм ведомство вәкилдәре акцияла айырыуса әүҙем ҡатнаша.