Ҡулдарынан нур тама. Иглин ауылы тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейында декоратив-ҡулланма сәнғәт оҫтаһы Рәүиә Абдуллинаның шәхси күргәҙмәһе асылды. Экспозицияға төрлө техникала башҡарылған ижади эштәр ҡуйылды.
Уның картиналарында башлыса тәбиғәт күренештәре, гөлләмәләр сағылыш тапҡан. Автор эштәрен тәүге тапҡыр халыҡ иғтибарына сығарҙы. Рәүиә Салауат ҡыҙы кейеҙ баҫыу, туҡыманы художестволы биҙәү йүнәлештәрен дә уңышлы үҙләштергән. Сара сиктәрендә балаларға оҫталыҡ дәресе ойоштороп, өҫ һәм аяҡ кейемдәрен эшләү технологияһы менән таныштырҙы.
Гөлназ Хәйбуллина