Мәшһүр башҡорт көләсигенең шаян һәм төртмә телле шиғырҙарын тыңларға, тормош мәшәҡәттәренән арынырға ҡәләмдәштәре, дуҫтары йыйылды. БЮТ каналы хәбәрсеһе Гүзәл Борханова.
Марсель Сәлимов – 48 китап авторы. Башҡорт юморын һәм сатираһын донъяға танытҡан шағирҙың әҫәрҙәре иллеләп телгә тәржемә ителгән. Дюк де Ришелье исемендәге халыҡ-ара конкурсында Гран-при яулау сатирик Марсель Шәйнур улын бөтә донъяға таныта.
Марсель Сәлимовтың тамырҙары Борай районыны Сәйет- Көрйә ауылына барып тоташа. Һигеҙ йәшлек малай тәүге шиғырында эскелектән көлгән. 12 йәштә матбуғатҡа яҙыша башлай. 15 йәшендә «Һәнәк» тә тәүге фельетоны донъя күрә. Бөгөн ул Рәсәй милли әҙәбиәтенең сағыу вәкиле, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы.
Марсель Сәлимов урынлы шаярта, кәйефте күтәрә белә. Шаяртыуҙы күтәреп алып, тиҙ генә кинәйәле яуап таба. Сатира өлкәһендә уңыш ҡаҙаныу – һирәктәргә эләккән һәләт.
«Мин тормош ауыр булғанға түгел, ә уны тағы ла яҡшыраҡ, еңелерәк итер өсөн яҙам», – тигән фекерҙә Марсель Сәлимов. Ысынлап та, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы үҙенең яҡты һәм көләс ижады менән донъяны яҡшы яҡҡа үҙгәртә, тормошҡа яҡты биҙәктәр өҫтәй.
Марсель Сәлимов 1957 йылдан, 2-се синыфтан уҡығандан алып, 65 йыл дауамында сатира һәм юмор жанрына тоғро хеҙмәт итә. Уның кинәйә менән яҙылған хикәйәләре, төртмә телле шиғырҙары сәпкә тейә. Улар өсөн бер кем дә үпкә белдермәй. Беҙҙә уға еткән сатира һәм юмор оҫтаһы юҡ әлегә. Әгәр ҙә кем уны был өлкәлә уҙып китә икән, был хаҡта, хөрмәтле тамашасылар һеҙ иң беренселәрҙән булып белерһегеҙ.
Гүзәл Борханова