Был турала Премьер-министр Андрей Назаров белдерҙе. Аҡсаның 8 миллиард ярым һумы Өфөлә Ағиҙел ярында йорттар өсөн инфраструктура булдырыуға тотонола. Сумманың ҡалған өлөшө социаль объекттар өсөн тәғәйенләнә. 10 миллиард һумға Һуғыш ветерандары госпитале төҙөлә. Шулай уҡ Өфөлә математика лицейы булдырыла. Облигациялар 15 йылға алына.