Башҡортостандың 14 ҡалаһы Рәсәй Төҙөлөш министрлығы рейтингына индерелде

Унда уңайлы ҡала мөхите булдырған ҡалалар билдәләнгән. Был турала социаль селтәрҙә республика башлығы Радий Хәбиров белдергән. Миллионлы ҡалалар араһында Өфө алтынсы урында. 2020 йыл менән сағыштырғанда, баш ҡала бер баҫҡысҡа күтәрелгән, шулай уҡ рейтингка өҫтәлгән республика ҡалалары артҡан. Улар араһында Туймазы, Дүртөйлө, Ағиҙел, Баймаҡ, Стәрлетамаҡ, Бәләбәй, Ишембай, Яңауыл, Сибай, Октябрьский, Бөрө, Мәләүез һәм Салауат. “Халыҡҡа уңайлы шарттар тыуҙырыу өсөн ҙур эш башҡарыла. Былтыр 60-тан ашыу муниципалитетта 150-гә яҡын йәмәғәт биләмәһе төҙөкләндерелде. Межгорье, Стәрлетамаҡ һәм тағы ла бер нисә ҡала Бөтә Рәсәй конкурсында еңеү яуланы. Улар федераль үҙәктән аҡса ала. Ҙур эштәр башларға ниәтләйбеҙ”, - тип яҙған Радий Хәбиров. Быйыл республикала 100-ҙән ашыу биләмәне төҙөкләндереү планлаштырыла.