Башҡортостандың 14 ҡалаһы Рәсәй төҙөлөш министрлығы рейтингына ингән

Ведомство был исемлекте йыл һайын төҙөй, унда уңайлы мөхит тыуҙырылған ҡалалар индерелә.

Был юлы Өфө миллионлы ҡалалар араһында 6-сы урынды биләй. 2020 йыл менән сағыштырғанда, Башҡортостандың баш ҡалаһы бер баҫҡысҡа юғары күтәрелгән. Шул уҡ ваҡытта рейтингҡа индерелгән республика ҡалалары ике тапҡырға артҡан.

Исемлектә Өфөнән тыш, Туймазы, Дүртөйлө, Ағиҙел, Баймаҡ, Стәрлетамаҡ, Бәләбәй, Ишембай, Яңауыл, Сибай, Октябрьский, Бөрө, Мәләүез һәм Салауат ҡалалары бар. Беҙ халыҡа уңайлы шарттар тыуҙырыу өҫтөндө күп эшләйбеҙ. 2021 йылда ғына республиканың 63 муниципаль берәмегендә 146 йәмәғәт биләмәһе төҙөкләндерелде, тип яҙҙы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрҙә.

Республика башлығы билдәләүенсә, хәҙер яңы төҙөлөш миҙгеле башланыуын көтәбеҙ.Ҡар иреү менән тәү сиратта юлдарҙағы соҡорҙар ямала, артабан инде күләмле эштәр көтә. Бәләбәйҙә, Туймазыла, Кумертауҙа, Бөрөлә, Межгорье, Стәрлетамаҡ ҡалаларында Бөтә Рәсәй конкурсында еңеү яулаған ҙур проекттар тормошҡа ашырыла башлай. Улар федераль сығанаҡтар иҫәбенә башҡарыла. Быйыл Башҡортостан буйынса йәмғеһе 122 йәмәғәт биләмәһен тәртипкә килтереү күҙаллана.