Башҡортостан 20 миллиард һумлыҡ инфраструктура облигациялары ала

Был турала Премьер-министр Андрей Назаров белдерҙе. Аҡсаның 8 миллиард ярым һумы Өфөлә Ағиҙел ярындағы йорттар өсөн инфраструктура булдырыуға йүнәлтелә. Сумманың ҡалған өлөшө социаль объекттар өсөн тәғәйенләнә.

10 миллиард һумға һуғыш ветерандары госпитале төҙөлә. Шулай уҡ Өфөлә математика лицейы булдырыла. Облигациялар 15 йылға бирелә.