Украина агрессияһына дусар булған халыҡ әле, ысынлап та, ҙур ауырлыҡтар кисерә. Уларҙың хәленә битараф булмаған кешеләр ярҙам йыйыу штабына төрлө әйберҙәр алып килә. Аҙыҡ-түлек, көнкүреш һәм шәхси гигиена әйберҙәре, кейем-һалым ҡабул ителә.
Изге эшкә «Берҙәм Рәсәй» партияһының «Беҙҙең хәстәрлек» ирекмәндәр үҙәге әүҙем ҡушылды. Донецк һәм Луганск халыҡ республикаларына оҙатыласаҡ аҙыҡ-түлек көнкүреш кәрәк-яраҡтарын йыйыуҙан тыш улар әйберҙәрҙе төрҙәргә айыра һәм комплектлауҙа ҡатнаша.
Мәҫәлән, ризыҡ айырым йәшниктәргә һалынһа, гигиена тауарҙары һәм көнкүреш химияһы ҡумталарға тултырыла. Әлегә тиклем Башҡортостандан Донбасҡа ике гуманитар ылау оҙатылды. Сираттағы ярҙам киләһе аҙнала Өфөнән ҡуҙғалырға тейеш.