Урындағы муниципалитеттарҙа махсус комиссиялар төҙөлә, хәүеф янаған ауылдар контролгә алына. Алдан күҙаллауҙар буйынса, быйыл Ағиҙел йылғаһы 13 апрелдән асыла башлар, тип көтөлә. Был алдағы йылдарҙан бер ике көнгә һуңыраҡ.
Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетынан хәбәр итеүҙәренсә, эвакуация кәрәк була ҡалһа, 85 мең кешегә иҫәпләнгән 440 ваҡытлыса тораҡ әҙерләнгән. Бөрйән районында үткән штаб ултырышында ташҡын ҡурҡынысы янаған ауылдар барланған. Бөгөн урындағы халыҡ менән аңлатыу эштәре алып барыла.
Азат Ғәлиуллин