«Йөрәк өсөн сәләмәтлек маршруты» акцияһы өс йөҙҙән ашыу кешене берләштерҙе

Иртәнге сәғәт унда Ағиҙел йылғаһы ярында үҙ һаулығына битараф булмаған Өфө халҡы йыйылды. Улар физик күнекмә яһағандан һуң, сәләмәт тормошҡа ун мең аҙым яһаны. Республика кардиология үҙәге башланғысы менән ойошторолған акцияны төрлө ведомство етәкселәре, депутаттар ҙа күтәреп алды.

«Йөрәк өсөн сәләмәтлек маршруты» акцияһы өс йыл элек уҙғарыла башлағайны. Ошо ваҡыт эсендә унда ун ете меңдән ашыу кеше ҡатнашып, һаулығын нығытҡан. Саф һауала йөрөү ҡан баҫымын төшөрөргә ярҙам итә, шул уҡ ваҡытта йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙары барлыҡҡа килеү ихтималлығын кәметә.

Гөлназ Хәйбуллина