Бөгөн Бөтә донъя аутизм тураһында мәғлүмәт таратыу көнө

Ошо уңайҙан сирҙән яфаланыусы балалар өсөн Өфөлә күңел асыу саралары уҙҙы. Үҙенсәлекле малай-ҡыҙҙар һәм уларҙың ата-әсәләре өсөн «Родина» кинотеатрында йәнһүрәт күрһәтелде, ике ҡатлы автобуста баш ҡаланың тарихи урамдары буйлап экскурсия ойошторолдо. Тулыраҡ БЮТ каналы хәбәрсеһе Рәзилә Ғиниәтуллина дауам итә.

7 йәшлек Камилға бәләкәй моторика ҡатмарлы бирелә. Малай аутизм менән яфалана. Композицияны йәбештереүҙә уға ирекмәндәр ярҙам итә. Улының ижади эшен әсәһе лә күҙәтә.

Ғәҙәттә, һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балаларға күңел асыу сараларында ҡатнашыу ҡатмарлы. Улар үҙҙәрен шау-шыулы һәм күмәк кеше араһында уңайһыҙ тоя. Сарала үҙенсәлекле кескәйҙәр өсөн уңайлы шарттар булдырылды. Аутистик спектры боҙолған балалар көндән-көн арта. Бөгөн республикала улар 8 мең тирәһе.

Статистикаға ярашлы, аутизм менән балалар популяцияһының бер проценты яфалана. Кешеләр ауырыу тураһында ябай ғына мәғлүмәткә эйә булырға тейеш. Ябай кешеләрҙән нимә менән айырылалар, улар менән нисек аралашырға, ниндәй мөнәсәбәттә булырға – быларҙы белеү мотлаҡ. Ҡылыҡтары сәйер тойолһа ла, үҙенсәлекле балалар бер нисек тә хәүефле түгел.

Юлия Кожевникова, «Рассвет» автономиялы ойошма етәксеһе

Аутизм менән яфаланыусыларҙа телмәр, аралашыу һәм күҙ алдына килтерә белеү һәләте үҫешеүҙә ҡыйынлыҡтар тыуа. Ауырыуҙы өс йәшкә тиклем билдәләргә мөмкин. Үҙенсәлекле балалар тәрбиәләүсе ата-әсәләр һәм хәйриә ойошмалары йәмғиәткә ауырыу тураһында мәғлүмәт еткереү менән шөғөлләнә. Иң мөһиме: уларҙан ҡурҡырға ярамай, ти улар.

Үҙенсәлектәре булһа ла, улар шундай уҡ кешеләр. Ҡайһы саҡтарҙа түҙемлерәк булыу мөһим. Балалар улыбыҙ менән дуҫтарса аралаша, ошо сифат өлкәндәрҙә лә булһын ине.

Рита Перова, аутизм менән яфаланыусы бала әсәһе

Аутизм менән яфаланыусы балалар иң беренсе сиратта түҙемлеккә һәм аңлауға мохтаж. Сәйер түгел, үҙенсәлекле. Шундай уҡ кешеләр. Ошо ябай хәҡиҡәткә төшөнгән кешеләр артһа, уларға йәшәүе лә еңелерәк булыр ине.

Рәзилә Ғиниәтуллина