Баҡсасылар ер эштәренә әҙерләнә

Яҙғы көн йылды туйҙыра  Ауыл халҡы, баҡсасылар ер эштәренә әҙерләнә. Хәйбулла районынан Нәркәс Мәмбәтова йәшелсә орлоҡтарын февраль аҙағында уҡ ултыртҡан. Помидор, борос үрсетмәләре шытып ун сантиметрға тиклем күтәрелгән.

Хужабикә билдәләүенсә, магазиндыҡына ҡарағанда йорт шарттарында әҙерләнгән помидор орлоҡтары күпкә тиҙерәк үҫә, уңыш та мулыраҡ. .

Рәсәйҙең баҡсасылар союзынан хәбәр итеүҙәренсә, өсөнсө йыл ил буйынса йәшелсә орлоҡтарына һорау артыуы күҙәтелә. Коронавирусҡа бәйле сикләүҙәр индерелгәс күптәр ауылға тартылды. Быйылғы һорау алыуҙар күрһәтеүенсә, баҡсасылар картуф майҙандарын арттырырға теләй. Башҡортостан сауҙа үҙәктәренә килгәндә, кәштәләрҙә йәшелсә, сәскә орлоҡтары һәм тупраҡ етерлек кимәлдә.

Гөлназ Хәйбуллина