«Хазина» этно-проекты ҡыҙҙары «Таланттар иле»ндә!

Ансамбль ҡыҙҙары НТВ телеканалында «Таланттар иле» тапшырыуында ҡатнашты. Төркөмдә ҡурайҙа – Земфира Рәшитова, вокал, ҡумыҙҙа – Зәлиә Нурлы, ҡыл-ҡубыҙҙа – Зәлиә Ғиниәтуллина, тағы ҡыл-ҡубыҙҙа – Нәйлә Биктимерова, думбырала Гөлназ Нафиҡова уйнай.

Башҡарыусыларҙың репертуары - һирәк осраған милли моңдар һәм йырҙарҙан тупланған.